«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Электр утын сарыф итмә!



15.01.2019 Электр утын сарыф итмә!

Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы, өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың 18-ҙән 20 процентҡа тиклем артыуына бәйле, 1 ғинуарҙан электр энергияһына тарифтың күтәрелеүе тураһында хәбәр итте.

Йәғни, газ плитәһе менән файҙаланған йорттарҙа тариф биш тингә ҡиммәтләнә (3,06 һум), электр плитәле йортта — өс тингә (2,14 һум). Ауыл ерендә лә 1киловатт-сәғәт өсөн шундай уҡ хаҡ.

Газ менән тәьмин ителгән йорттарҙа ике ставкалы тариф – көндөҙгө (3,62 һум) көндөҙ һәм төнгө (2,46 һум), электр – 2,47 һум һәм 1,71 һум.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға