«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Цифр” барып етмәй торған биләмәлә йәшәгәндәргә компенсация буласаҡ



14.01.2019 “Цифр” барып етмәй торған биләмәлә йәшәгәндәргә компенсация буласаҡ

Беләһегеҙ, был йыл башында Башҡортостан халҡы телевидение тапшырыуҙарын һанлы форматта ҡарарға күсте. БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо турала һүҙ барҙы һәм ҡайһы бер төбәктәрҙәге халыҡҡа “цифрлы ТВ” ҡарау өсөн ярҙам тураһында ла һөйләштеләр.

Республиканың Нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов яңы реформа хаҡында аңлатма бирҙе.

Баҡһаң, беҙҙә әле цифрлы телевидение барып етә алмаған райондар бар икән. 1166 тораҡ пункт (163 558 кеше) өлөшләтә йәки бөтөнләй мәхрүм. “Ҡыҙыл зона”ла – Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарының ҡайһы бер ауылдары. Әлбиттә, замана телевидениеһы бөтәһенә лә “күренергә” тейеш. Әле был мәсьәлә буйынса эштәр бара. Шул уҡ ваҡытта юлдаш ҡорамалдарымы йә приставкамы алырға аҡсалары етмәгән әҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт ярҙамы ла ҡарала.

“Цифр”ға күсеү буйынса һорау булһа, вәкәләтле органдар:
1) БР Нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Ул ярҙамға мохтаждарҙың ғаризаларын йыйырға булышлыҡ итә, Ярҙам тураһында мәғлүмәт бирә.
2) “Спутник телеком” йәмғиәте (операторы). Ғаризаларҙы ҡарай, ҡорамалдар ҡуйыуҙы контролләй, юлдаш ҡорамалын ҡуйыуҙы ойоштора.

Ә был реформа тураһында, йәғни һанлы телевидениеға күсеүҙе, уның шәп нәмә икәнен ололарға нисек аңлатырға һуң? Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был мәсьәләгә лә иғтибар итте. Борис Мелкоедов әйтеүенсә, ҡарттар йәшәгән һәр йортҡа инеп аңлатырға мөмкин. Бәлки, был эш ирекмәндәргә ҡушылыр.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға