«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғындан һаҡ булығыҙ!



14.01.2019 Янғындан һаҡ булығыҙ!

Бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә яңы йыл каникулдарында янғын сығыу осраҡтары һәм уны иҫкәреү һөҙөмтәләре тураһында билдәле булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, яңы йыл байрамдары көндәрендә бөтәһе 223 янғын осрағы теркәлгән. Үкенескә күрә, 16 кеше һәләк булған, 13-ө йәрәхәтләнгән. Улар араһында балалар юҡ. Иң күп янғын ҡорбандары Баймаҡ (4), Иглин (3) райондарында, Өфө (3) ҡалаһында.

Байрамдар алдынан һәм байрам көндәрендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү буйынса ҙур эш башҡарылған. Һандар теле менән әйткәндә, 5925 күп балалы ғаиләгә, 4883 иҫерткес эсемлек ҡулланырға яратыусыларға, 4578 яңғыҙ ҡарт кешегә барғандар. Янғын, ҡағиҙә булараҡ, тап ошо категорияға ҡараған граждандарҙың йорттарында сығыусан. Ҡыҫҡаһы, байрам осоронда 2473 профилактика төркөмө эшләгән.
Барыбер янғын йыш сыға. Кеше уттан ҡурҡмаймы әллә битарафмы? Һаҡ булығыҙ – уттан ҡалмай, уттан бер нәмә лә ҡалмай!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға