«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда «Етегән - 2019» мөхәббәт һәм тоғролоҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә



14.01.2019 Башҡортостанда «Етегән - 2019» мөхәббәт һәм тоғролоҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Конкурс «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ойошторола. Бәйге 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара.

Байрам 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта уҙғарыла. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. «Етегән-2019» асыҡ республика конкурсында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:
- Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү;
- Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу;
- Иң яҡшы башҡорт бейеүе;
- Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ) ;
- Иң шәп башҡортса флаерҙар һәм открыткалар;
- «Мөхәббәт» темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр;
- Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2019 йылдың 1 мартында, «Етегән» байрамында, ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Ғариза менән конкурс эштәрен 25 февралгәсә etegan_2019@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға