«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был еңеүҙе беҙ ете йыл дауамында көттөк!



13.01.2019 Был еңеүҙе беҙ ете йыл дауамында көттөк!

Рәсәйҙең биатлонсы ҡыҙҙары донъя чемпионатында фантастик еңеү яуланы.

Германияла барған саңғы һәм мылтыҡ ярышында эстафетаның һуңғы секундтарына тиклем кем беренсе икәнлеге билдәһеҙ ине.

Дүртенсе этапта немец спортсыһының ике мәртәбә яҙа атыуы миҙалдарҙың яҙмышын хәл итте. Немка штрафлы ике түңәрәкте үткән саҡта беҙҙең Екатерина Юрлова-Перхт тыныс ҡына итеп атты һәм Рәсәй флагын ҡулына алып, беренсе булып финишты үтте. Германия икенсе, Чехия өсөнсө урынды бүлеште.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға