«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүселәре асыҡланды



11.01.2019 Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Мең йыл элек йәшәгән һәм төрөк теле үҫешенә күп көс һалған Мәхмүт Ҡашғари исемендәге конкурс төрки телдәрҙең һәм башҡорт әҙәбиәтенең халыҡ-ара үҫешенә булышлыҡ итә. Бәйгене республикала Евразия яҙыусылары лигаһы, БР Яҙыусылар союзы һәм "Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы ойоштора.

Төбәк бәйгеһендә 33 кеше ҡатнашты. Эштәрҙе яҙыусылар менән бер рәттән ябай кешеләр ҙә ебәрә алды. Баһалама ағзалары уларҙы аноним рәүештә уҡыны.

Өс еңеүсе билдәләнде:
- Фәрзәнә Аҡбулатова (1 урын)
Фәрзәнә Фатих ҡыҙы шулай уҡ халыҡ-ара этапта икенсе урын яуланы. Төркиәнең Кастамону ҡалаһында үткән еңеүселәрҙе тәбрикләү сараларында ҡатнашты.
- Тәнзилә Дәүләтбирҙина (2 урын),
- Әлиә Саматова (3 урын)Уларға Евразия Яҙыусылар берлеге премиялары тапшырылды.

Ике автор: прозаиктар Гөлнур Яҡупова һәм Зөһрә Бәшәрова махсус приздарға лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙең ижад емештәре "Башҡортостан ҡыҙы" һәм "Ағиҙел" журналдарында баҫыласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға