«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Аксаков шыршыһы - 2019" үтте



10.01.2019 Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Аксаков шыршыһы - 2019" үтте

Был мәрхәмәтлелек акцияһына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм хәрби бәрелештәр ветерандары балалары саҡырылған ине.

Байрам шыршы эргәһендәге тамашанан башланды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Сусҡа, Барбос кеүек әкиәт геройҙары ҡунаҡтарҙы төрлө уйындар уйнатты. Дунаевскийҙың "Осоусы карап" музыкаль әкиәте һәр кемдең күңеленә хуш килде. Тамашаға килеүселәрҙе " Голос " проектында ҡатнашыусы Рушана Вәлиева ла тәбрикләне.

Аксаков шыршыһында, почетлы ҡунаҡ булараҡ, балалар "Айболиты" Леонид Рошаль, Каринэ Хәбирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов килеп, балаларҙы ҡотланы.

Байрам Өфө ҡалаһының меценаттары ярҙамында ойошторолдо. Сара һуңынан һәр бала Яңы йыл бүләген алып һөйөндө.

Һүрәттә: Ярослав менән Артем Карасевтарға Шыршы байрамы бик оҡшаған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға