«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөндән Таһир Ибраһимов "Салауат Юлаев" менән идара итмәй



10.01.2019 Бөгөндән Таһир Ибраһимов "Салауат Юлаев" менән идара итмәй

"Салауат Юлаев" хоккей клубында генераль директор Таһир Ибраһимов вазифаһынан бушатылды. Ғаризаға бөгөн БР Хөкүмәте йортонда ҡул ҡуйылды.

Таһир Әсхәт улы генераль директор вазифаһына 2017 йылдың мартында тәғәйенләнгәйне. Уға тиклем ул БР Башлығы хакимиәтендә эшләне һәм яңы эштә Валерий Нургудтиновты алмаштырҙы.

11 ғинуарҙан "Салауат Юлаев" хоккей клубында генераль директоры вазифаһын элекке башҡарма директор Александ Курносов үтәйәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға