«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы йыл байрамдарында юлдарҙа 9 кеше үлгән



09.01.2019 Яңы йыл байрамдарында юлдарҙа 9 кеше үлгән

30 декабрҙән алып 9 ғинуарға тиклем Башҡортостан биләмәһендә 60 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 9 кеше һәләк булып, 88-е йәрәхәтләнгән.

Иң күбе - 33 осраҡта автомобилдәр бәрелешкән. 14 мәртәбә кеше тапағандар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 16 мең ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған, 415 водителде иҫерек көйөнсә тотҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға