«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле хирург Венер Сәхәүетдинов мәрхүм булды



06.01.2019 Билдәле хирург Венер Сәхәүетдинов мәрхүм булды

Венер Сәхәүетдинов - Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР уйлап табыусыһы, дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, 1982-1989 йылдарҙа БДМУ ректоры.

Венер Ғәзиз улы Башҡортостанда хирургия мәктәбен ойоштороусы булараҡ билдәле. Ул 500-ҙән ашыу фәнни эш, 10 монография авторы. 8 фән докторы,40 кандидат тәрбиәләгән.

«Йәшлек»тәр мәрхүм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға