«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғәлиә инәйҙе Путин ҡотлаған



05.01.2019 Ғәлиә инәйҙе Путин ҡотлаған

Хәйбулла районында 90, 95, 100 йәше тулған яҡташтарыбыҙҙың ил президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы алыуы матур йолаға әйләнде.

Яңы 2019 йылда тәүге ҡотлауға, ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләгән Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйе, әле балалары хөрмәтендә Аҡъяр ауылында ғүмер кисереүсе Ғәлиә Торопҡолова лайыҡ булды.

Район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Галина Шалашова юбилярҙы күркәм байрамы менән тәбрикләне. Улар Президент ҡотлауы менән бергә район хакимиәте башлығының ҡотлауын һәм бүләген дә тапшырҙы. Әйткәндәй, быйыл, 2019 йылда Хәйбулла районында 50-нән ашыу кеше 90, 95 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк, Йомабикә Бикбова, Хәйерниса Такаевалар – 103-әр йәшлек, Жилякова Евдокия 105 йәшлек ғүмер байрамын үткәрәсәк", -тип хәбәр итте Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға