«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урманда сытыр йыйырға рөхсәт!



02.01.2019 Урманда сытыр йыйырға рөхсәт!

Урманда сытыр йыйырға рөхсәт!2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй кешеләре урманға барып, ел йыҡҡан йәки ҡартайыуҙан ауған ағасты, ботаҡтарын, сытырҙы йыйып алып ҡайта ала.

Бының өсөн:
- урындағы урмансылыҡҡа (лесничество) барып, иртәгә урманға барып, "валежник" алып ҡайтам тип әйтергә;
- ат, машина менән барып сытыр-маҙарҙы тейәргә һәм ҡайтырға кәрәк.

Ҡалдау ағасты йыл әйләнәһендә йыйырға мөмкин тиҙәр. Яҙ-йәй мәлендә янғын сығыу хәүефе артҡанда тыйыу буласаk.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға