«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рушана өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!



01.01.2019 Рушана өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!

Бөгөн Беренсе каналда "Голос" проектының финалы үтәсәк. Унда Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева ла сығыш яһаясаҡ.

Үткән аҙнала Рушана "Голос. Перезагрузка" финалына Земфираның "Аривидерчи" йырын башҡарып сыҡты. Тауыш битеүҙә ул Даниэль Рөстәмовты уҙҙы.
Конкурстан тыш, Рушана Филипп Киркоров менән "Цвет настроения синий" хитын йырланы.

Бөгөнгө тамаша киске сәғәт 10-да башланасаҡ. Республика халҡы яҡташыбыҙ өсөн телевизор экрандарындағы номерҙар буйыынса тауыш бирә аласаҡ.

Башҡорт ҡыҙын алға сығарайыҡ!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға