«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер үткәүел төҙөләсәк



29.12.2018 Тағы бер үткәүел төҙөләсәк

Дуҫлыҡ монументы янында ер аҫты үткәүеле төҙөләсәк.

Йәйәүлеләргә Сочи урамы аша үтеү өсөн ер аҫты юлы кәрәк. Был төҙөлөш 140 млн 599 мең һумға төшәсәк, тиелә дәүләт һатып алыуҙары сайтына ҡуйылған документта. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юл ремонты һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығы аукцион иғлан иткән, был эш Ағиҙел йылғаһы буйын реконструкциялау проектына ярашлы башҡарыласаҡ.

Күптән түгел октябрь айында тапшырыласаҡ Ағиҙел яры юлының 465 миллион һумға төшәсәге билдәле булғайны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға