«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сим-карта аша …өс миллион!



30.12.2018 Сим-карта аша …өс миллион!

Өфө кешеһенең банктағы иҫәбенән өс миллион һумдан ашыу аҡса урланған.

Баш ҡалалағы бәйләнеш салондарының береһендә, ялған документтар буйынса, фирма директорының сим-картаһы тергеҙелгән. Енәйәтсе эшҡыуарҙың банк иҫәбенә телефон аша инеп, барлыҡ аҡсаға «айыу майы» һөрткән.

Полицейскийҙар аферисты Мәскәүҙә ҡулға алған. 51 йәшлек ир ғәйебен таныған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға