«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәмер эскән – аҡылын юғалтҡан



29.12.2018 Хәмер эскән – аҡылын юғалтҡан

Был донъяның кеме юҡ? Үҙенең алйотлоғо менән бер ғәйепһеҙ балаларҙан үс алғанда, был хәлдең фажиғә менән тамамланырын уйланымы икән был әҙәм аҡтығы?

Ошо көндәрҙә суд Силәбе өлкәһенән 36 йәшлек иргә ике статья буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул «Үлтереү»ҙә, «Аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса зыян килтереү»ҙә һәм «Административ язаға дусар ителгән кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу»ҙа ғәйепләнә.

Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың йәйендә М. Учалы районындағы күл буйында дуҫтары менән ял иткән. Был ваҡытта 13 һәм 14 йәшлек ике үҫмер ҙә һыу инергә килә.

База биләмәһе буйлап йөрөгәндә, ике үҫмер мотоцикл менән ғәйепләнеүсенең палаткаһы янынан үтеп китә. Дуҫтары менән ял иткән ир, малайҙар минең тыныслығымды боҙҙо һәм балаларымды ҡурҡытты тип, уларҙың артынан ҡыуа төшә. Ауыл араһындағы юлда балалар ултырған мотоциклды ҡыуып етеп һәм уларҙың мотошлемдары юҡлығын күреп, асыулы ир автомобиле менән мотоциклдың артын төкөтә. Ул ергә ауа. Һуңынан М.быға тиклем рулдә ултырған, хәҙер иһә ерҙә ятҡан бала менән бергә мотоциклды ҡыйратыуын дауам итә.

Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән 13 йәшлек малай ваҡиға урынында һәләк була, уның дуҫы төрлө йәрәхәттәр ала. Ғәйепләнеүсе рулгә иҫерек килеш ултырған, быға тиклем дә шуның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Башҡортостандың Юғары суды енәйәтсене 10 йыл да 6 айға ҡаты режимлы колонияға ебәрергә хөкөм итте.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға