«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Афарин! Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» финалына үтте!



29.12.2018 Афарин! Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» финалына үтте!

Кисә төндә Беренсе канал ҡараусылар ғәжәйеп көслө энергиялы тамаша ҡарай алды - Талбазы ҡыҙы, 19 йәшлек Рушана Вәлиева «Голос. Перезагрузка» конкурсында сығыш яһаны. Ул Земфира Рамаҙанованың «Аривидерчи» йырын башҡарҙы.

Йырсы Ани Лорак әйтеүенсә, Рушана үҙенең вокал даирәһен тапты һәм ул уның тауышын башҡаларҙан таный. Ләкин Константин Меладзе башҡа бер кемгә лә Земфираның йырҙарына теймәҫкә кәңәш итеп был "баштан уҡ уңышһыҙ вариант" тине. Ләкин ҡыҙҙың уҡытыусыһы Сергей Шнуров Рушананы яҡланы һәм үҙенең Даниэль Рөстәмовҡа ҡарағанда проценттарын күберәк бирҙе.

Тауыш биреүҙә Рушана Вәлиева 69,9% йыйҙы - ул шоу финалына үтте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Первый канал


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға