«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғинуар (һыуығай) айына һынамыштар



01.01.2019 Ғинуар (һыуығай) айына һынамыштар

- Беренсе ғинуарҙа көн йылы бул­һа, ашлыҡ уңыр.
- Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш бу­лыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.
- Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөктәр менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
- Ҡышын шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
- Ҡыш көнө ҡояш әйләнәһендә дүңгәләк күренһә, буран сығыр.
- Көндәр аяҙға тартырға булһа, ҡоштар үҙ-үҙҙәрен суҡып, томшоҡтары менән ҡойроҡтарын тарарҙар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға