«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы "скорый"ҙар килде!



27.12.2018 Яңы "скорый"ҙар килде!

Башҡортостандың медиктарына тағы ла 35 "ашығыс ярҙам" машинаһы бирелде. Улар республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған.

"Соболь" автомобилдәре ашығыс һәм экстрен медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йыһазландырылған. Уларҙа үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкозаны экспресс тикшергес, укладкалар, сумаҙандар, шприц насостары, носилкалар бар. "Скорый"ҙарға ГЛОНАСС навигация системаһы ла ҡуйылған.

Икешәр машина Белорет, Нефтекама, Учалы, Дүртөйлө, Туймазы дауаханаларына, берәр - Октябрьскиҙың 1-се дауаханаһына, Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Архангел, Баҡалы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Благовещен, Оло Ыҡтамаҡ, Буздәк, Борай, Бөрйән, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Кушнарен, Мишкә, Саҡмағош, Шаран, Языково, Яңауылға бүленде.

Яңыраҡ 23 махсус автомобиль - 18 "ГАЗель" һәм 5 "УАЗ" медиктарға тапшырылды. Республика аша бөтәһе 172 "скорый" һатып алынасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға