«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса фильм төшөрөү тамамланды



27.12.2018 Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса фильм төшөрөү тамамланды

Ошо көндәрҙә Өфөлә өс дуҫтың мажаралары тураһындағы әҫәр буйынса фильм төшөрөү тамамланды.

Картинаның төп өлөшө йәйгеһен Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлдө, унда повеста һүрәтләнгән Бөркөтлө ауылы барлыҡҡа килтерелде. Ҡалған кадрҙар декабрҙә төшөрөлөп бөттө.

«Ошо арала үгеҙ менән бәйле хәл кеүек бәләкәй кадрҙарҙы төшөрҙөк. Ниһайәт, команда йыйыла алды, — тип белдерҙе режиссер Айнур Асҡаров. — Монтаж әҙер тиерлек, әле һуңғы этап бара. Тиҙҙән тауыш өҫтөндә эш башлайбыҙ, музыка яҙырға тотондоҡ. Фильм төшөрөү менән бик ҡәнәғәтмен, беҙҙе һәйбәт, ҡыҙыҡлы кино көтә, - тине ул.

Иң ауыры - хайуандар менән бәйле сәхнәләр булған. Фильмға музыканы Камил Абдуллин яҙа, Айнур Асҡаров уның менән күптән хеҙмәттәшлек итә.

«Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостандың Мәғариф министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналған. Фильм төшөрөү өҫтөндә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Асҡарфильм» студияһы менән берлектә «Башҡортостан» киностудияһы эшләй. Премьера 2019 йылда көтөлә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға