«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таксистҡа ышанма



26.12.2018 Таксистҡа ышанма

Байрамдар мәлендә таксиҙар оло һорау менән ҡулланыла. Бигерәк тә Яңы йыл осоронда. Күптән түгел бер ҡатын такси хеҙмәте менән файҙаланғандан һуң, аҡса янсығын тапмай. Уны машинала ҡалдырыуын иҫенә төшөрә һәм таксистҡа шылтырата. Ләкин ир бер ниндәй ҙә янсыҡ тапмауын әйтә.

Егерме биш мең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ханым полицияға ғариза яҙа. 52 йәшлек ғәйепләнеүсе клиенттың аҡсаһын үҙенә алыуын таный . Бөгөн таксистҡа ҡарата енәйәт эше асылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: ИА REGNUM


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға