«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тауыҡ эсенә тығып төрмәгә телефондар индерергә маташҡан



26.12.2018 Тауыҡ эсенә тығып төрмәгә телефондар индерергә маташҡан

Кеше ниндәй генә юлдар менән төрмәлә ултырыусы таныштарына әйбер индерергә маташмай.

Салауат ҡалаһындағы 16-сы ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына берәү хөкөм ителеүсе яҡынына күстәнәскә аҙыҡ- түлек һала. Бешкән тауыҡтар эсенә йәшерен әйберҙәр тыға. Учреждениеның хәүефһеҙлек хеҙмәте тауыҡтар эсенән 15 кеҫә телефоны, 13 сим - карта, 2 модем, WI-FI роутер табып ала. Тыйылған әйберҙәрҙе индерергә маташҡаны өсөн күстәнәс һалыусыға штраф түләргә тура киләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға