«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт! "Дольщиктар" фатир ала башланы!



25.12.2018 Ниһайәт! "Дольщиктар" фатир ала башланы!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, фатир һатып алғанда алданған өлөшсөләргә ярҙам итәсәкбеҙ, тип вәғәҙә биргәйне.

Бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендәге " Серебряный ручей " торлаҡ комплексындағы 7 - се йортта 144 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Улар Яңы йылды, ниһайәт, күптән көткән яңы өйҙәрендә ҡаршылаясаҡ. Ошо уҡ торлаҡ комплесында киләһе йылдың беренсе кварталына 9-сы, 10-сы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Һүрәттә: Регина менән Олег Сорокиндар яңы фатирҙы дүрт йыл көткән.
"Беҙҙең, алданған өлөшсөләрҙең, проблемаһын хәл итергә ярҙам иткән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа рәхмәт", - ти улар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға