«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы Туймазы, тағы балалар үлеме...



25.12.2018 Тағы Туймазы, тағы балалар үлеме...

Яңыраҡ Ҡандры ҡасабаһында янғында һәләк булған өс бала ҡайғыһы онотолоп та өлгөрмәне, бөгөн иртәнсәк ул тағы яңырҙы. Туймазы районындағы Иҫке Ҡандры ауылында утлы афәт ике ҡыҙ баланы аямаған.

Алдан билдәле булыуынса, балалар һәйбәт ғаиләлә үҫкән. Аталары ситтә эшләгән, әсәләре йорт хужабикәһе булған.
Ут сыҡҡас, әсә кеше балаларын уятып тормайынса ярҙамға йүгергән, кире ҡайтҡанында ялҡын өйҙө тулыһынса ялмап алған.

Әле тикшереү эштәре бара. Фажиғә урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов юлланған.





Автор: А. Ишназаров
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға