«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йыл аҙағы ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булмаҡсы тиҙәр хәйбуллалар



21.12.2018 Йыл аҙағы ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булмаҡсы тиҙәр хәйбуллалар

"Хәйбулла районында ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте һәм мәктәптәрҙе бөгөн бер һөйөнөс берләштерҙе.

Район мәғарифы һәм дауахана автопаркы яңы автомашиналар менән тулыланды. Мәктәптәргә 9 автобус – 5 ПАЗ Һәм 4 ГАЗ машинаһы, дауаханаға бер реанимобиль ҡайтарылды.

Яңы "ашығыс ярҙам" машинаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, сирлеләргә юлда ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бар. Мәктәп автобустарында иһә тәү сиратта хәүефһеҙлек саралары күрелгән.

Яңы машиналар автопарктарҙы файҙаланыу ваҡыты үткән иҫке транспорттан ҡотолорға ярҙам итәсәк. Был эш йылда ла дауам итәсәк", - тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға