«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика Яңы йыл шыршыһына 780 бала саҡырылған



19.12.2018 Республика Яңы йыл шыршыһына 780 бала саҡырылған

Иртәнән һуң, 21 декабрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Республика Яңы йыл шыршыһы байрамы уҙасаҡ. Унда бәләкәй тамашасылар иғтибарына "Киреһенсә Яңы йыл" тамашаһы күрһәтеләсәк.

Шыршы байрамына уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары еңеүселәре, сәнғәт һәм мәҙәни яҡтан үҙен күрһәткән балалар киләсәк. "Киреһенсә Яңы йыл" тамашаһында мультимедиялы күләмле шоу күрһәтеү ҡаралған. Уны аҙаҡтан да көн һайын 7 ғинуарға тиклем килеп ҡарап буласаҡ.





Автор: А.Ишназаров
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға