«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радик Юлъяҡшинды шартлатырға теләгәндәр



19.12.2018 Радик Юлъяҡшинды шартлатырға теләгәндәр

Кисә Татарстандың Аҙнаҡай ҡалаһында Элвин Грейҙың концерты үтә күңелһеҙ хәл менән тамамлана яҙған. Йырсы «Elvin Grey. Play» туры менән тамашалар ҡуйып йөрөгән мәлдә уға ят номерҙан янау менән яҙғандар. Ҡара уйлы кеше концерт үтәсәк бинала шартлатҡыс бар тигән һәм тиҙҙән ул шартлаясаҡ тип әйткән.

Юлъяҡшин командаһы хакимиәте шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт иткән. Улар өс минутта килеп еткән, тамашасылар ситкә сығарылған. Телефон террорсыһы ла тиҙҙән табылған - ул психдиспансерҙа иҫәптә торған кеше булған.

Низағ тураһында йырсы сәхифәһендә ошолай тигән:
«Будет произведено доскональное разбирательство, будет решаться вопрос о возбуждении уголовного дела. Спасибо силовым структурам за профессиональную работу и оперативность! Приносим свои извинения слушателям за доставленные неудобства».





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға