«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙе күргән проблемалар менән сығыш яһаны



18.12.2018 Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙе күргән проблемалар менән сығыш яһаны

Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәрҙәре барышында осраған реаль проблемалар тураһында әйтте.

- Радий Фәрит улы ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙы башҡарған, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә эшләгән. Уға минең кәңәштәр артыҡ булыр тием. Радий Фәрит улы бөгөн республиканың проблемаларын яңы форматта асты, башҡарма власына конкрет бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республика халҡына бәхет, именлек, яҡшы тормош, иң мөһиме - һаулыҡ теләйем, - тине Мортаза Рәхимов.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға