«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элвин Грей (Радик Юльякшин) Татарстанда фильмда төшәсәк



18.12.2018 Элвин Грей (Радик Юльякшин) Татарстанда фильмда төшәсәк

Йырсы кино режиссер Илшат Рәхимбай менән һөйләшкән һәм уның фильмында төп ролдә уйнаясаҡ. Радик шулай уҡ продюсер ҙа буласаҡ.

Әле буласаҡ картинаның концепцияһы өҫтөндә эштәр бара.

Быға тиклем Элвин Грей күршеләрҙә "Әпипә" музыкаль фильмында (продюсеры Миләүшә Айтуғанова) төшкәйне. Йырсыға кино оҡшаған һәм артабан да шул юҫыҡта эште дауам итергә ниәтләй.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға