«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Бөтә уңайлы шарттар – балаларға



18.12.2018 Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Бөтә уңайлы шарттар – балаларға

Яҡын арала хәл итә торған мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы һанап үтеп, Радий Хәбиров:
– Әйҙәгеҙ, республикала генераль йыйыштырыу үткәрәйек, – тине.

Мөрәжәғәтнамәне депутаттарҙан һәм рәсми кешеләрҙән башҡа бик күп ябай, әммә үтә яуаплы хеҙмәт кешеһе лә тыңлай. Уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре саҡырылған.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһенең башында уҡ иғтибарҙы балаларға бүлде. Уҡыусыларға шарттар тыуҙырыу, мәктәптәр төҙөү, балалар баҡсалары һалыу, балаларҙы туҡландырыу, һәләтле балалар, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам тураһында һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн ясли төркөмдәре талап ителеүен телгә алды. 2021 йылғаса яңы 49 балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана. Әлбиттә, был проблеманы тулыһынса хәл итмәй.

– Әҙерәк сығым талап ителгән варианттарҙы ла ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттарға биналар бүлеү, ихтыяж булған саҡта шәхси балалар баҡсалары, тәрбиә һәм ҡарап тороу төркөмдәре асыуҙы ойошторорға кәрәк.

Республика етәксеһе балалар баҡсаһына ҡағылышлы тағы бер мөһим хәбәр әйтте. Был баҡсаға түләүгә бәйле ата-әсәләргә компенсация. Әлеге тема буйынса балалары баҡсаға йөрөүсе ғаиләләр яҡшы хәбәрҙар. Радий Фәрит улы, балаларға бик наҙлы ла, хәстәрле лә ҡарашта булыуын күрһәтте инде, шуға ла ул ата-әсәләрҙе түләүҙәр йәһәтенән аңлай һәм компенсация өсөн Хөкүмәткә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Яҡынса бер миллиард һум талап ителә. Радий Хәбиров, был сумманы табасаҡбыҙ, тине.





Автор: А.Ишемғолова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға