«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Джефф Монсон да башҡортса йырлай



17.12.2018 Джефф Монсон да башҡортса йырлай

Ҡатнаш берҙәм алыш (ММА) спортсыһы һәм Красногорск ҡала советы депутаты, яңыраҡ Өфөгә килеп киткән Джефф Монсон да Башҡорт теле көнө флешмобына ҡушылды.
Видеояҙмала ул
«Үҙгәреш — беҙҙең йөрәк талабы,
үҙгәреш — беҙҙең күҙҙәр талабы» тип Виктор Цойҙың «Хочу перемен!» йырын башҡортса башҡара. Шулай итеп билдәле спортсы һәм сәйәсмән телебеҙҙе хөрмәт итеүен күрһәтте.
Әйткәндәй, башҡорт флешмобын "Башинформ" директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов башланы. Күренекле йырсы Валерий Меладзе ла акцияға ҡушылды.
#деньбашкязыка, #яратамбашкортостанды, #башкруто





Автор: А.Ишназаров
Фото: -
Видео: "ютуб"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға