«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Белорет-Үткәл юлында пассажир "ГАЗел"е аварияға осраны



13.12.2018 Бөгөн Белорет-Үткәл юлында пассажир "ГАЗел"е аварияға осраны

Алда "Ивеко" йөк автопоезы барған булған. Боролошта ярымприцептың тентын йыртып, юлға оҙон тимер килеп төшкән. Уның бер яғы күтәрелгән һәм артта килгән автобустын аҫтына ингән. Тимер алғы тәгәрмәстәр нығытылған балканы урынынан аҡтарып, аҫтан "ГАЗель" артына килеп сыҡҡан. Өҫтәүенә автобусҡа "Тойота Виста" автомобиле килеп бәрелгән.

"ГАЗел"дәге бер пассажирға - 55 йәшлек ҡатынға медицина ярҙамы кәрәк булған.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға