«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ



12.12.2018 Иғтибар! Ҡунаҡҡа йыйынһағыҙ

Рәсәй тимер юлдары компанияһы Яңы йыл ҡаршылаған көндә юлда булған пассажирҙарға 50 процент ташлама менән билет алыу хоҡуғы бирә.

Махсус тәҡдим “Яңы йыл төнө” акцияһы барышында, йәғни 31 декабрҙә генә ғәмәлдә була. Пассажирҙарға купе һәм плацкарт вагондарҙың өҫкө урындарына ярты хаҡҡа билет алырға мөмкин. Ташламалар балалар тарифы һәм ойошторолған төркөмдәр өсөн билет алыусыларға ҡағылмай.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға