«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр



10.12.2018 Башҡортостанда иң матур яңы йыл ҡаласығын билдәләйҙәр

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү
конкурсын Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойоштора.

Бүләк — 500 мең һум.

Конкурс ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Комиссия яңы йыл ҡаласығы биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияны файҙаланыуҙы, шыршыны, скульптура композицияларын, боҙҙан йәки ҡарҙан яһалған һындарҙы, әкиәт персонаждарын, боҙ тауҙарын баһалай.

Конкурсҡа йомғаҡ 19 ғинуарҙа яһала.

Ғаризалар novogodniigorodok@yandex.ru электрон адресына ҡабул ителә. Конкурс тураһында положение Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында баҫылған.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Ҡыҙыл таң"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға