«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙар «Башҡортомдоң 100 йыры» дискы менән таныштырасаҡ



04.12.2018 Сибайҙар «Башҡортомдоң 100 йыры» дискы менән таныштырасаҡ

Бөгөн киске сәғәт 7-лә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында концертта йыйынтыҡ менән таныштырыу үтәсәк.

«Башҡортомдоң 100 йыры» дискы Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата әҙерләнгән, уны Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡатнашыусылар яҙҙырған. Бөтәһе 100 йыр тупланған, авторҙары — республиканың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Йыйынтыҡ йыр һөйөүселәрҙең коллекцияһын тулыландырып ҡына ҡалмаҫ, ә музыкаль уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы уҡыу-ҡулланма материалы ла булыр тиҙәр улар.

Байрамда Сибай концерт-театр берекмәһенең тотош ижади составы ҡатнаша.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға