«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йөрәк һүҙе"ндә еңеүсегә автомобиль биреләсәк



05.12.2018 "Йөрәк һүҙе"ндә еңеүсегә автомобиль биреләсәк

Өфөлә йәнә «Йөрәк һүҙе» шиғри бәйгеһе ойошторола.

Шарт буйынса унда башҡорт телендә шиғыр һөйләүселәр дуэты ҡатнаша. Финал Башҡорт опера һәм балет театрында 17 декабргә билдәләнгән.
Еңеүсе дуэт, 2017 йылдағы кеүек үк, автомобиль менән бүләкләнәсәк. Сәхнәлә танылған шағирҙар һәм актерҙар, музыканттар һәм журналистар, шиғриәт һөйөүселәр көс һынашыуы көтөлә. Күптәре — ғаилә дуэттары. Ун ике пар финалсы араһында — билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре күп: сәсәниә Розалиә Солтангәрәева һәм уның улы, скрипкасы Илшат Мөслимов, телевидение алып барыусылары Земфира һәм Гүзәл Байбулдиналар, Башҡорт драма театры актерҙары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Фәнил Бүләков, актриса Гөлбинә Сафуанова.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға