«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Декабрь айына һынамыштар



04.12.2018 Декабрь айына һынамыштар

- Һалҡын ҡыш – эҫе йәй.
- Ҡышҡы йылы – йәйге һыуыҡ.
- Ҡыш ҡоро һәм һалҡын икән, йәйҙең ҡоро һәм эҫе булыуын көт.
- Ҡарлы ҡыш ямғырлы йәйгә ишара.
- Ҡышҡы буран ынйыҡ йәйгә килтерә.
- Ҡышын ала ҡарғалар менән сәүкәләр ағас баштарының осона ҡунһа – һыуыҡҡа.
- Ҡышын һыуыҡтар алдынан тауыҡтар төнәргә кетәккә иртә инә һәм юғары күтәрелеп ултыра.
-Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
- Ҡыш көнө ҡояш әйләнәһендә дүңгәләк күренһә, буран булыр, ә инде ул ҡояш­ҡа бик яҡын икән, аяҙға.
- Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.
-Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
- Ҡыш тоҙ еүешләнһә, ҡар яуасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға