«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үт



30.11.2018 Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үт

Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үтБашҡортостанда 21 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, уларҙың 13 меңгә яҡыны — ир-егеттәр, 8 мең самаһы — ҡатын-ҡыҙҙар.

ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙең яҡынса 12 меңе ҡалаларҙа йәшәй, ауылда йәшәүселәр – 6,8 мең, төрмәләрҙә - 1 653 кеше.

«ТУҠТА ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә 1 һәм 3 декабрҙә Өфөлә ВИЧ-инфекцияға экспресс-тест буйынса акциялар уҙғарыла.

1 декабрҙә «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге биләмәһендә «Ыңғай мөхит» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре «Үҙеңдең статусыңды бел – ВИЧ-ҡа тест үт» акцияһын үткәрә. Теләгәндәр килеп тикшерелә ала.

3 декабрҙә Өфө автотранспорт колледжы студенттары өсөн икенсе «ТУҠТА ВИЧ/СПИД» акцияһы үтәсәк.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Шаттерсток


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға