«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Яңы йыл ҡунағы»



28.11.2018 «Яңы йыл ҡунағы»

«Яңы йыл ҡунағы»Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һәр кем был мөғжизәле мәлде түҙемһеҙләнеп көтә. Бигерәк тә, балалар, шулаймы?
Улар Яңы йыл кисәһенә кем булып кейенәсәге тураһында ла хыяллана. Фантазияға бай балаларығыҙ күптән әллә ниндәй костюм уйлап ҡуйғандыр әле! Магазин кәштәләрендә әҙерҙәре лә тулып ята, әлбиттә. Ҡай саҡта шыршы тирәләй бер төрлө унар эт, бесәй, төлкө һәм башҡалар йыйылып китә торған. Синтетик тауарҙан тән тын алғыһыҙ итеп тегелгән әҙер костюмдарҙа балалар маскарадтан һуң хәлһеҙләнеп, арып ҡайта торған. Ә бына ҡул йылыһын, күҙ нурын һалып үҙең теккән костюмға бер ни ҙә етмәй, эйеме? Шулай итеп, балаларға арналған сираттағы «Яңы йыл ҡунағы» тип аталған конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, бәләкәстәрегеҙҙе иртәлектәргә, Ҡыш бабай янына ҡунаҡҡа әҙерләгәндә, уларҙы фотоға төшөрөп алырға онотмағыҙ. Мотлаҡ үҙегеҙ теккән Яңы йыл костюмындағы балалар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Бәйгелә призлы урындар һәм төрлө номинациялар ҡаралған. Уға ҡышҡы каникул тамамланыу менән йомғаҡ яһаласаҡ.

Шыршы янында осрашҡанға тиклем, дуҫтар!





Автор: Л.Хәлитова
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға