«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иртәгә, 28 ноябрҙә Баймаҡ районының Билал ауылына "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре барасаҡ



27.11.2018 Иртәгә, 28 ноябрҙә Баймаҡ районының Билал ауылына "Йәшлек" гәзите хәбәрселәре барасаҡ

Айбулат Ишназаров , Гөлнур Ҡыуатова тәүҙә сәғәт 12-нән төшкө 4-кә тиклем "Ауыл, аҫаба халыҡ, бөгөнгө йәшәйеш" рубрикаһына мәҡәлә геройҙары менән осрашыу ойошторасаҡ. Хәбәрселәр мәктәптә, дауаханала, мәсеттә, китапханала, төрлө хужалыҡтарҙа буласаҡ.

Киске сәғәт 7-лә иһә Билал мәҙәниәт йортонда шағирә Гөлнур Ҡыуатованың ижадына арналған "Мөғжизә көтә күңел" исемле кисә, концерт башланасаҡ. Унда яҡташыбыҙ, Йомаш ҡыҙы Дилә Мөхәмәтйәрова, Темәс егете, йырсы Ирек Санъяров матур йырҙары менән һөйөндөрәсәк. Шулай уҡ уҡытыусылар, уҡыусылар, ауылдаштар тарафынан әҙерләнгән йыр - бейеүҙәр күңелегеҙгә хуш килер тип уйлайбыҙ. Рәхим итегеҙ!
Кисәлә "Йәшлек" гәзитенә яҙылыу ҙа ойоштороласаҡ.





Автор: А.Ишназаров
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға