«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Өфө" аэропорты 3 миллионынсы пассажирын ҡабул итте



27.11.2018 "Өфө" аэропорты 3 миллионынсы пассажирын ҡабул итте

Бөгөн иртәнге сәғәт 4 тула 10 минуттан тигәндә "Өфө" халыҡ-ара аэропорты үҙенең өс миллионынсы пассажирын - "Өфө-Краснодар" рейсы буйынса "Азимут" авиакомпанияһы рейсына теркәлгән Юлай Мәмбәтовты хеҙмәтләндерҙе. Ул Хәйбулла районында тыуып үҫкән, Өфө ҡалаһында йәшәй, эше буйынса Рәсәй ҡалаларына йыш оса.

Авиакомпания бәхетле пассажирға барыу-кире ҡайтыуға бушлай билетҡа сертификат тапшырҙы. Аэропорт Юлайға өс айға машина ҡуйырға бушлай урын, сувенирҙар һәм эске линиялар терминалы бизнес залында хеҙмәтләндереүгә сертификат бирҙе.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға