«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Марсель Байдәүләтов Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде



27.11.2018 Марсель Байдәүләтов Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде

Бөгөн баш ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә Өфө мэры Өлфәт Мостафин мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләйәсәк Марсель Байдәүләтовты күрһәтте.

Марсель Илдар улы 1986 йылдың 18 декабрендә Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаһында тыуған. БДУ тамамлаған.
2005 йылдан "Юлдаш" радиоһында тапшырыуҙар алып бара. Аҙаҡ "Башҡортостан" ДТРК-һына күсә, кире "Юлдаш"та эшләй. Өфө мэрияһына тиклем Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәтендә лә эшләп өлгөргән.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға