«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар, конкурс: "Яңы йыл мажаралары!"



26.11.2018 Иғтибар, конкурс: "Яңы йыл мажаралары!"

Иҫке йылды бәхет һәм үкенес, шатлыҡ һәм юғалтыуҙар менән оҙатабыҙ. Шуға ла Яңы йыл беҙҙең өсөн – һәр саҡ мөғжизә, теләктәрҙең тормошҡа ашыуы, тормошобоҙға матур үҙгәрештәр индереүен көтөү.

Сихри төн, йым-йым итеп шыршы­лар­ҙа уттар балҡый, бына-бына яңы йыл куранттары һуғасаҡ. Ә һин һаман да яҡындарың йыйылған табынға ҡайтып инә алмайһың йә сәғәт менән яңылыш­ҡанһың. Бәлки Яңы йыл төнөндә ашығыс эшең килеп сыҡҡандыр, мажараға тарығанһыңдыр. Кемдәр менән шундай хәлдәр булғаны бар?

Ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрегеҙҙе “Яңы йыл мажаралары” конкурсына яҙып ебәрегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға