«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Рәсәй лидерҙары" конкурсының 98 процент ҡатнашыусылары Рәсәй тураһында дөйөм белем тесын тамамланы



23.11.2018 "Рәсәй лидерҙары" конкурсының 98 процент ҡатнашыусылары Рәсәй тураһында дөйөм белем тесын тамамланы

21 ноябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә "Рәсәй лидерҙары" конкурсының дистанция этабының икенсе блогы тамамланды. Уға барып еткән ҡатнашыусыларҙың 98,3%-ы һынауҙы ваҡытында үтә алды. Былтыр иһә был нисбәт 93% ине.

Конкурс етәксеһе, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" АНО-һы генераль директоры, РАНХиГС проректоры Алексей Комиссаров белдереүенсә, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлеге Рәсәй тураһында тестты үтә алды. Был иһә уларҙың юғары мотивациялы икәнлеген һәм белемдәрен комплексы баһалауға ынтылыуын күрһәтә.

Һөҙөмтәләр киләһе аҙнала иғлан ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға