«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » НТВ-ла бауырһаҡ бешерәсәкбеҙ



27.11.2018 НТВ-ла бауырһаҡ бешерәсәкбеҙ

Иртәгә, 28 ноябрҙә НТВ-лағы “ Поедем, поедим” кулинар- этнографик тапшырыуын алып барыусы, билдәле инглиз эшҡыуары һәм кулинар Джон Уоррен Өфөгә килә.

Ул Салауат Юлаев майҙанында “Башҡортостан гүзәле” матурлыҡ конкурсы һылыуҡайҙары менән рекордҡа бауыр­һаҡ бешерәсәк. Тапшырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала. Башҡорт халҡының милли ризығын бешереү серҙәренә өйрәткән программа телеканалда киләһе йылдың 26 ғинуарында эфирға сыға.

“Поедем, поедим” – социаль әһәмиәтле проект. Рәсәй төбәктәренең, илдәрҙең ыңғай образын булдырыуға йүнәлтелгән тапшырыу эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүгә лә өлөш индерә.





Автор: З.Хәсәнова
Фото: НТВ сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға