«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең журналистар Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығында ҡатнаша



14.11.2018 Беҙҙең журналистар Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығында ҡатнаша

Беҙҙең журналистар Рәсәй журналистар союзының 100 йыллығында ҡатнаша
Башҡортостан журналистары Мәскәүҙә Журналистар союзының 100 йыллығы сараларында ҡатнаша. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендәге делегация составында — «Башинформ» агентлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, республика гәзит-журналдары вәкилдәре.

Программа сиктәрендә журналистарҙың төҙөлөш, иҡтисад, тәбиғәттән файҙаланыу, мәҙәниәт федераль министрлыҡтарында осрашыуҙары уҙҙы, төп телекомпанияларға, ТАСС, Лента.ру мәғлүмәт агентлыҡтарына, киң мәғлүмәт саралары редакцияларына экскурсиялар ойошторолдо. Журналистар йортонда оҫталыҡ дәрестәре үтте.

«Беренсе каналдың мәғлүмәт программалары дирекцияһының эше менән таныштыҡ. Был ҙур һәм яйға һалынған команда. Режиссерҙар һәм ассистенттар төркөмөндә 200-гә яҡын кеше эшләй. Иң заманса самолеттың пилоты ла режиссер пультындағы төймәләр һаны менән маҡтана алмай, — тип һөйләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналисы Гөлдәриә Йосопова. — Телеканалдың мәғлүмәт программалары дирекцияһының баш режиссеры Андрей Кравченко әйткәнсә, күләмле акцияларҙы күрһәтеү ваҡиға урындарынан бер нисә тиҫтә тура тоташтырыуҙы күҙ уңында тота, әйтәйек, «Үлемһеҙ полк» акцияһы барышында 26 нөктә эшләне, суперзаманса ҡорамал һәм юғары белемле хеҙмәткәрҙәрҙәр хәлде ҡотҡарҙы. Коллегаларыбыҙҙың тура эфирҙа эшләгәнен күҙәттек, һуңынан яңылыҡтар павильонын ҡарап сығыу, Екатерина Андрееваның урынында ултырыу мөмкинлеге булды. Күп яҡтылыҡ, сағыу экрандар, өр-яңы оператор краны, көндөң мөһим ваҡиғаларына ҡатнашлығың булыуҙы тойоу — илдең төп телеканалының яңылыҡтар хеҙмәте менән танышыу ошондай тәьҫораттар ҡалдырҙы».

Рәсәй Журналистар союзының бер быуатлыҡ юбилейына илдең 85 төбәгенән һәм башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар килгән. Рәсәй Журналистар союзы Польша, Абхазия, Кипр, Үзбәкстан, Монголия һәм Көньяҡ Кореяның журналистар берекмәләре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөй.

Бөгөн кис Рәсәй армияһы театрында Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына арналған Тантаналы йыйылыш була. Сит илдәге коллегалар һәм халыҡ-ара журналистар ойошмаларынан ҡотлауҙар, танылған артистарҙың журналистикабыҙ тарихына арналған сығыштары ҡаралған. Биш билдәле журналист Рәсәй журналистар союзының юғары наградаһы — «Алтын ҡаурый», өс колллегабыҙ — «Рәсәй журналистикаһы легендаһы», дүртәүһе — «Йыл медиаменеджеры» һәм 13 коллегабыҙ «Һөнәри оҫталыҡ өсөн» наградаһы менән бүләкләнә, тип хәбәр итте Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға