«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлил районындағы Ҡужан ҡарағастары яҡлауға мохтаж



08.11.2018 Әбйәлил районындағы Ҡужан ҡарағастары яҡлауға мохтаж

Әбйәлил районындағы Ҡужан ҡарағастары яҡлауға мохтаж
Бөгөн "Юлдаш" радиоһында 13 сәғәттә сыҡҡан яңылыҡтарҙа ошоноң хаҡта әйттеләр.
"Мәғариф ветераны Клара Абдуллина ҡарағастар үҫкән биләмәне ҡуртымға алып, күп йылдар өлтөк ҡарағастарҙы тәрбиәләй. Әммә был урынды күңел асыу үҙәгенә әйләндерергә теләүселәр табылған. Беҙҙең радиоға Клара ханым ярҙам һорап мөрәжәғәт итте", тинеләр коллегалар.

Ниндәйҙер көскә эйә тиҙәр ул ағастарҙы. Сит илдән ғалимдар килеп тә тикшергәндәре булған.
Хәҙер шул сихри урын яҡлауға мохтаж.
Фекерҙәр көтәбеҙ. Әбйәлилдәр, әүҙемерәк!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға