07.11.2018 Мостайҙың 100 йыллығына – исем туйы менән

Мостайҙың 100 йыллығына – исем туйы менән
Өфөлә арҙаҡлы шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, драматург, фәйләсуф һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға старт бирелде. 2019 йылда билдәләнәсәк юбилей “100 процентҡа беҙҙеке” – “Наш на все сто“ тигән девиз менән үтәсәк.
Тәүге сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залында ойошторолдо. Ул “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” (“Мустай. Интервью, которого никогда не было“) китап-альбомының исем туйы ине. Әҙиптең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова әйтеүенсә, бында халыҡ шағирының ижадын һөйөүселәр йыйылды.
Китапты сығарыу идеяһы – Мостайҙың ейәне Тимербулат Кәримовтыҡы. Был үҙенсәлекле баҫмала автор китап уҡыусы менән Ватан, тормош, рухиәт, мөхәббәт, дуҫлыҡ тураһында фәйләсуфтарса әңгәмә ҡора. Кимтапты төҙөүселәр Алексей Фенин менән Гөлнара Белозерова Мостай Кәримдең ижадынан ҡайһы бер өҙөктәрҙе һайлап алған.
Баҫманың исем туйында БР Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, БР Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡалар шәхес тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, әлеге китаптың әһәмиәтен билдәләне.
Әйткәндәй, был китапты һатыуҙан килгән аҡса хәйриә эштәренә тотоноласаҡ.