«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!



06.11.2018 Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!

Йәштәр, ауылды ташламайыҡ!
Һәр кешенең был донъяла үҙе тыуған ныҡ ҡәҙерле төйәге бар. Минең өсөн ул – иң яратҡаны, иң яҡыны, Таймаҫ ауылы! Ул тәбиғәттең ныҡ матур урынында, тәпәш ҡалҡыулыҡтар буйында урынлашҡан. Ауыл буйлап беҙҙең районға исем биргән бик йәмле Көйөргәҙе йылғаһы аға. Ағастарҙы иркәләп ел иҫә, ҡояш ерҙе йылыта, уның тылсымлы нурҙары йылғабыҙҙы көмөштәй ялтырата.

Еребеҙгә тылсымлы яҙ килде. Бөтә донъя татлы йоҡоһонан уяна, йылы яҡтарға осҡан ҡоштар кире ҡайтып, оя ҡора. Ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Бөтәһе лә элеккесә, бер нимә тип тә ҡайғырырға түгел кеүек. Ләкин улай түгел. Ҡасандыр гөрләп-шаулап торған ауылдағы күп өй буш тора. Оло йәштәгеләр мәрхүм була, ә йәштәр, ауылда йәшәгеһе килмәй, ситкә китә.
Ауылыбыҙ киләсәге – үҙ ҡулыбыҙҙа. Шуға күрә был проблемаға ныҡ иғтибар итәм. Заманында “Таймаҫ” совхозы гөрләп торған, күп ерҙә билдәле булған. Игенселәр һәм малсылар яҡшы һөҙөмтәләр өсөн ярышҡан. Кешеләр арыу-талыу белмәйенсә, тырышып эшләгән. Олатай-өләсәйҙәр һөйләүенсә, ул ваҡытта барыһы ла татыулыҡта, муллыҡта йәшәгән.
Совет ваҡытында Таймаҫта мәктәп, балалар баҡсаһы, икмәкхана, бәләкәй һөт эшкәртеү заводы, тирмән, йәмәғәт мунсаһы, ашхана һәм дүрт магазин төҙөлгән. Ике ҡатлы клубтың түңәрәктәренә дүрт йөҙгә яҡын кеше йөрөгән. Балалар тыуып торған. Ауыл үҫкән!
Таймаҫҡа үҫергә лә үҫергә ине, ләкин замана үҙгәрҙе. Бөтә нәмә эшен туҡтатты, фермалар бушаны. Кешеләр эш урындарын юғалтты. Йәштәр ситкә китә башланы. Әгәр ҙә үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында ауылыбыҙҙа меңгә яҡын кеше йәшәһә, хәҙер халыҡ һаны яртылаш тиерлек кәмегән. Күрәһең, ауылдың матурлығы ла, уның иҫ китмәле көсө лә хәҙерге йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырмай.
Мине иң ныҡ борсоғаны – егет-ҡыҙҙарҙың юғары белем алғандан һуң тыуған төйәгенә кире әйләнеп ҡайтмауы. Улар ауылда ҡалған ата-әсәһе, туғандары тураһында уйламаймы икән? Таймаҫ тәбиғәте тартмаймы?!
Ауылда балалар һаны йылдан-йыл кәмеп торғас, балалар баҡсаһы һәм мәктәп тә ҡасан да булһа ябыласаҡ. Былай барһа, тыуған төйәгебеҙ тарихы насар тамамланыуы мөмкин. Беҙ күршелә булған, хәҙер инде тулыһынса юғалған Андреевка, Покровка ауылдары яҙмышын ҡабатлай алабыҙ. Уларҙың урыны ҡырағай шырлыҡҡа әйләнеп бөткән. Элек гөрләп йәшәгән ауылдар халҡы, әлбиттә, ситкә сығып китеүенә үкенә. Тик уларға хәҙер ҡайтыу урыны юҡ. Үҙемдең ауылыма бындай яҙмышты теләмәйем.
Ауылда, яҡында эш урындары булһа, йәштәр – ситкә, ир-егеттәр Себер тарафтарына сығып та китмәҫ ине. Киләсәк өмөтлө булыр, тип ышанам. Тик ул кемдең ҡулында? Әлбиттә, беҙҙең – йәштәрҙең!
Беҙ тыуған еребеҙгә кире ҡайтыр­ға тейешбеҙ! Мин ауылыбыҙҙың артабан да ер йөҙөндә йәшәүенә ышанам!

Диана СОЛТАНГӘРӘЕВА,
Республика политехник лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға