«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор



02.11.2018 «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор

«Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре мәлендә танышҡан малайға бүләк ебәрҙе.
Йәнекәй ауылынан Рамаҙан Хызыров — бик ҡыҙыҡһыныусан һәм аралашыусан малай, бигерәк тә техника буйынса белемгә ынтыла . Ул иҫтәлекле көндөлә урам буйлап үткән машиналарға таң ҡалып торған була. Төбәк етәксеһе һәр машинаны оло мауығыу менән оҙатып ҡалған бала янында туҡтамай булдыра алмай. Ошо миҙгелде мәңгеләштергән фото бөгөн интернеттағы иң популярҙарҙың береһе —балаға оло ихласлыҡ һәм ихтирам менән ҡараған етәксе иртәнге көнгә ышаныс уята.
Баҡһаң, Радий Хәбиров малайға бүләк тә вәғәҙәләп өлгөргән булған икән. Ошо көндәрҙә Рамаҙан һәм уның һеңлеһе Ирида республика етәксеһенән уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Төрлө әйберҙәр төҙөргә яратҡан малай бөгөн мөкиббән китеп конструктор, ә һеңлеһе ҡурсаҡ уйната. Ә өй түрен Р. Хәбировтың теләктәре яҙылған әлеге фото биҙәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға